

Баш ҡалала халыҡ-ара аэропортҡа йөрөүсе 110-сы автобус маршрутында "Һөйләшеүсе ҡала" системаһы һынау үткән. Был - йәмәғәт транспортында радиомәғлүмәт һәм аудиойүнәлеш биреү буйынса пилот проекты.
«Аэропорт – ВАЗ» маршруты буйынса йөрөүсе 110-сы автобуста һәм иң ҡатмарлы туҡталыштарҙың береһе иҫәпләнгән «Үҙәк баҙар»ҙа һынап ҡарағандар. Мониторингта БР Йәмәғәт палатаһы, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфө ҡала бүлексәһе, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Йәмәғәт советы вәкилдәре, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бер нисә кеше ҡатнашҡан.
Беренсе төркөм инвалиды, адвокат Булат Сафиндың тәҡдиме (йәмәғәт ойошмаларының теләге буйынса) һәм БР Башлығы Радий Хәбировтың хуплауы менән пилот проекты барлыҡҡа килеп, быйыл ғәмәлгә ашырыла башлаған. Уның асылы шунда: смартфондағы махсус ҡушымта һуҡыр кешегә автобустың номерын әйтә, пассажир водителгә ярҙам кәрәклеге тураһында сигнал ебәрә, ишек төбөндәге сигнал транспортҡа уңайлы инергә ярҙам итә.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.