Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2025, 12:15

Кеше ҡайғыһында аҡса эшләйҙәр

Махсус хәрби операция зонаһында юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү буйынса бик күп  ялған сайттар барлыҡҡа килгән.

Кеше ҡайғыһында аҡса эшләйҙәрКеше ҡайғыһында аҡса эшләйҙәр
Кеше ҡайғыһында аҡса эшләйҙәр

Мутлашыусылар мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә МХО-ла юғалыусыларҙы эҙләүҙә ярҙам итергә тәҡдим итә.Уларҙың маҡсаты бер – аҡса  урлау һәм зарарлы программаларҙы таратыу аша шәхси мәғлүмәттәр йыйыу.

Иғтибар итегеҙ, фейк каналдарҙа яҙылыусылар һаны аҙ була.Үҙҙәрен ирекмән тип таныштырған кешеләргә лә ышанмағыҙ. Ғәҙәттә, был кешеләр аҡсаға түгел, бушлай ярҙам итә.

Яҡындарығыҙҙы эҙләү өсөн тик рәсми органдарға ғына мөрәжәғәт итегеҙ.

 

Фото: dzen.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас