БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, был ҡарар Рәсәйҙең финанс министры тарафынан ҡабул ителгән. Беҙҙең төбәк өҫтәмә аҡсаларҙы өсөнсө йыл рәттән ала.
“Сөнки республика бүленгән аҡсаларҙы тәүгеләрҙән булып үҙләштерә. Был иһә тағы ла 94 табип һәм 28 урта звено медицина хеҙмәткәре декабрҙа уҡ 500 мең һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем түләүгә иҫәп тота ала тигән һүҙ”, – тип аңлатты министр.
Йыл башынан алып республикала 129 белгес дөйөм алғанда 144,5 млн һумлыҡ ярҙам алған.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.