Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабря 2025, 08:10

Һәйкәлдәр тереләр өсөн!

Тәтешле районының Асыуйылға ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рөстәм Вәлиев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылған.

Һәйкәлдәр тереләр өсөн!Һәйкәлдәр тереләр өсөн!
Һәйкәлдәр тереләр өсөн!

Таҡтаташты тантаналы асыуҙа хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Ринат Мәғзүмов, ойошма етәкселәре, батыр яугирҙың туғандары һәм яҡындары, ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан.

Ил мәнфәғәттәрен яҡлаусыларыбыҙҙың батырлығы - киләсәк быуындар өсөн өлгө, - тип яҙа район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. - Герой булып тыумайҙар, әммә ауыр, киҫкен мәлдәрҙә юғалып ҡалмай, хәрби бурыстарын үтәгәндәр, иң ҡурҡыныс ваҡыттарҙа ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһөн күрһәткән ир-егеттәр ысын батырға әйләнә. 

Рөстәм Филорид улы үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән лайыҡлы үтәгән.

Уның батырлығы һәм Ватанға тоғролоғо яҡташтарының йөрәгендә мәңге ҡаласаҡ.

Йәне йәннәттә булһын яугирҙың! Яҡындарына - сабырлыҡ.

Фото: https://vk.com/lifetatyshly

 

Һәйкәлдәр тереләр өсөн!
Һәйкәлдәр тереләр өсөн!
Һәйкәлдәр тереләр өсөн!
Һәйкәлдәр тереләр өсөн!
Һәйкәлдәр тереләр өсөн!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас