Салауат ҡалаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ефрейтор Руслан Дәүләтшин алғы позицияларға яғыулыҡ ташыу менән шөғөлләнә. Михайловка тораҡ пункты районында задание үтәгәндә колонна артиллерия утына тотола. Ғүмеренә туранан-тура хәүеф янауына ҡарамаҫтан, Дәүләтшин шәхси составты зыян күргән техниканан эвакуациялауҙы ойоштора. Уның фиҙакәрлеге һәм тәүәккәл итеүе арҡаһында күп яугирҙарҙың ғүмере һаҡланып ҡала. Алға ҡуйылған бурыс тулыһынса үтәлә: подразделениелар кәрәкле яғыулыҡ ресурстарын ала. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ефрейтор Руслан Дәүләтшин дәүләт наградаһына - Жуков миҙалына лайыҡ була.
Фото: commons.wikimedia.org