+22 °С
Ямғыр


Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда декабрҙең тәүге декадаһы аҙағында ныҡлап ҡар ятыуы күҙаллана.
Алдағы ял көндәрендә, 6 һәм 7 декабрҙә, төнгө сәғәттәрҙә 2-5 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә. Шул уҡ ваҡытта республиканың үҙәк райондарында 5,5 миллиметр самаһы ҡар яуасаҡ.
Алдағы көндәрҙә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ, әммә ҡар яуыуы көтөлмәй.