Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2025, 10:15

Аҡсаның өстән бер өлөшөн генә

Йәштәр "Пушкин картаһы"ның мөмкинлектәрен файҙаланмай.

Аҡсаның өстән бер өлөшөн генәАҡсаның өстән бер өлөшөн генә
Аҡсаның өстән бер өлөшөн генә

"Пушкин картаһы" 14-22 йәшлек Рәсәй граждандарына тәғәйенләнгән. Уның  хужаһы йыл һайын театрҙарға, музейҙарға, кинотеатрҙарға һәм күргәҙмәләргә йөрөү өсөн 5 000 һум ала.

Башҡортостан йәштәре был карта менән тулыһынса файҙаланмай, сумманың өстән бер өлөшөн генә ҡулланыуы асыҡланған.

– «Пушкин картаһы» Башҡортостанға тағы ла миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итә алыр ине», –тип билдәләне БР Ҡоролтай –  Дәүләт Йыйылышындағы мәҙәниәт буйынса эксперт советы ултырышында республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев.

– Республикала 340 меңгә яҡын карта рәсмиләштерелгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала өсөнсө урында. Әммә программаның потенциалы тулыһынса файҙаланылмай, карта буйынса уртаса сумманың өстән бер өлөшө генә тотонола. Һөҙөмтәлә республика йыл һайын мәҙәни өлкәгә йүнәлтә алырлыҡ миллиард һумдан ашыу аҡса алмаясаҡ, — тип Константин Толкачев.

Ултырышта ҡатнашыусылар фекеренсә, төп проблема —йәштәрҙең «Пушкин картаһы» мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәтле булмауы. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн аңлатыу эшен әүҙемләштерергә, шул иҫәптән мәғлүмәт кампаниялары аша мәктәп каникулдары осоронда булған саралар һанын арттырырға тәҡдим иттеләр.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас