

Уны әҙерләү өсөн берәр ҡап ромашка, һары мәтрүшкә, шиңмәҫгөл, ҡайын бөрөһө алырға һәм барыһын бергә ҡушып бутарға ла, ҡәһүә онтағыс аша үткәргәс, быяла банкаға һалып, ябырға.
10 – 12 сәғәттән һуң, бер ҡалаҡ ҡатнашманы алып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойорға һәм 20 минут көтөргә. Һуңынан һөҙөп, бер стакан төнәтмәгә бер балғалаҡ бал ҡушырға һәм иртәнге аштан 15 – 20 минут алда эсергә. Үләндәр ҡатнашмаһы бөткәнсе көн һайын эсергә кәрәк. Дауаланыу курсын биш йылдан һуң ғына ҡабатларға мөмкин.
Был төнәтмәне эскәндән һуң матдәләр алмашыныуы ҡырҡа яҡшыра, организм май һәм эзбиз ҡатламдарынан арына, ҡан тамырҙары һығылмалылығы арта (һөҙөмтәлә склероз, инсульт, инфаркт, гипертония, стенокардия кеүек ауырыуҙар сигенә), баш ауыртыуы бөтә, күҙҙең күреү һәләте яҡшыра, организм йәшәрә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.