Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноября 2025, 14:11

Мутлашыуҙы иҫкәрткәндәр

Полиция һәм банк хеҙмәткәрҙәренең үҙ-ара килешеп эш итеүе арҡаһында 78 йәшлек әбей аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған.  

Мутлашыуҙы иҫкәрткәндәрМутлашыуҙы иҫкәрткәндәр
Мутлашыуҙы иҫкәрткәндәр

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әбей финанс учреждениеһына аҡсаһын алырға һәм үҙенең вкладын ябырға ниәтләп килә. Клиент менән аралашҡанда "Уралсиб" банкы хеҙмәткәрҙәре уның телефон мутлашыусылары йоғонтоһонда булыуын аңлай һәм был хаҡта полицияға хәбәр итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре телефон мутлашыусыларынан һаҡланыу өсөн айырыуса уяу булырға кәңәш итә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: телефон аша һеҙҙең банк картаһы мәғлүмәттәрегеҙҙе йәки смс-хәбәрҙәрҙән кодтарығыҙҙы һораһалар, был - алдауҙың асыҡ билдәләре! Аҡса күсереүгә, ниндәй ҙә булһа манипуляция яһарға, шулай уҡ конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе тапшырырға этәргән һәр бер хәбәр йәки шылтыратыу һеҙҙә етди шик уятырға тейеш. Һәр ваҡыт килгән мәғлүмәтте ентекләп тикшерегеҙ. 

Фото:https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?from=groups

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас