

Документ федераль һәм төбәк власть органдарының, урындағы үҙидараның һәм милли сәйәсәт өлкәһендәге башҡа органдарҙың эшен координациялай, уларҙың граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеүен тәьмин итә. «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина яңы документ ҡабул ителеүенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
РФ Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған 2036 йылға тиклем Дәүләт милли сәйәсәтенең яңы стратегияһы Рәсәйҙең берҙәмлеген һәм мәҙәни төрлөлөгөн нығытасаҡ. Был Указ – Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм илдең этномәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау өсөн мөһим документ. Яңы стратегия тотороҡло һәм динамик күп милләтле йәмғиәт төҙөү өсөн комплекслы ҡараш тәҡдим итә. Уның нигеҙендә патриотизмға һәм гражданлыҡ үҙаңына нигеҙләнгән дөйөм Рәсәй гражданлыҡ үҙенсәлеген нығытыу ята. Был нигеҙ Рәсәй халыҡтарының мәҙәни төрлөлөгө сәскә атыуы өсөн шарттар булдыра һәм ныҡлы милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡты тәьмин итә. Стратегия милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе гармонизациялауға, милләтенә ҡарамай граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға һәм Рәсәйҙең бөтә халыҡтарының тел һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән. Унда граждандар үҙенсәлеген формалаштырыуға һәм экстремизмды иҫкәртеүгә йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстарын яҡлауға айырыуса иғтибар бүленә. Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһының төбәк бүлексәһе Башҡортостанда саралар уҙғарыу операторы итеп тәғәйенләнде. Был – ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Беҙҙә Ассамблеяның системалы һәм яйға һалынған эш алып барыуға һәләтле көслө, әүҙем командаһы барлыҡҡа килде. Бөтә муниципалитеттарҙа ла урындағы бүлексәләр, милли-мәҙәни үҙәктәр эшләй. Беҙ замандың яңы саҡырыуҙарына әҙер.