

Зыян күреүсе 470 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта яҙған.
24 ноябрҙән 25-нә ҡараған төндә РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенә 42 йәшлек ҡатын килә. Ул такси водителе булыуын һәм уға алыҫ сәфәргә заказ бирелеүен хәбәр итә. Уға бер әбейҙең әйберҙәрен Силәбе өлкәһенә, йәнәһе, махсус хәрби операцияға йыйынған ейәненә алып барырға кәрәк була. Әйберҙәрҙе тапшырған оло йәштәге әбей өс сумканың икәүһен асып күрһәтә. Таксист бер нисә тапҡыр пенсионерҙан, сумкаларҙа аҡса юҡмы, тип һорай, кире яуап алғас, маршрут буйынса сығып китә. Борсолоу тойғоһо водителгә тынғы бирмәй һәм ул, туҡтай ҙа, әбей күрһәтмәгән сумканы тикшерергә була. Унда ятҡан мендәрҙе ҡапшағас, эсендә аҡса пачкаһына оҡшаған нәмәне һиҙеп ҡала. Был, оло йәштәге әбейҙең мутлашыусылар ҡорбаны булыуы ихтимал, тигән шик тыуҙыра һәм артабанғы тикшереүҙәр өсөн такси водителе ҡала полиция бүлегенә килә лә инде.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 24 ноябрҙә көндөң тәүге яртыһында 76 йәшлек ҡатынға туҡтауһыҙ билдәһеҙ абонент шылтырата. Ахырҙа әбей телефонды алғас, шылтыратыусы үҙен Пенсия фонды хеҙмәткәре тип таныштыра һәм зыян күреүсенең пенсия стажы етмәүе тураһында хәбәр итә. Уны ҡайтанан ҡарау өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк, ти. Яҙманы раҫлау өсөн мутлашыусы СНИЛС-ты тип атауын һорай. Бер ни ҙә һиҙмәйенсә, әбей документтың номерын әйтеп бирә.
Тиҙҙән зыян күреүсегә икенсе билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Шылтыратыусы ир үҙен ФСБ хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул уға шылтыратҡан ҡыҙҙың мутлашыусы булыуы тураһында хәбәр итә һәм әбейҙе, уның менән бергә килешеп эшләп, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләй, ҡурҡыта башлай.
Ир һәр ваҡыт уның менән бәйләнештә булырға һәм бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмәҫкә ҡуша. Уның күрһәтмәһе буйынса зыян күреүсе артабан аралашыу өсөн үҙенең телефонына мессенджер ҡуя. Һөйләшеү барышында мутлашыусы әбейгә өйөндә булған бөтә аҡсаны Силәбе ҡалаһында ғына булған аппарат аша тикшерергә кәрәклеген әйтә. Мутлашыусылар пенсионерҙы уның тупланмаларын "тикшереүгә" ебәрергә күндерә. Аҡсаны яулыҡҡа яҡшы итеп төрөп, мендәргә йәшерергә ҡушалар. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса зыян күреүсе бер нисә банка тоҙланған йәшелсә, кейем, мендәр һәм таҫтамалдар һалынған өс сумка әҙерләй һәм уларҙы мутлашыусылар заказ яһап саҡырған такси водителенә тапшыра.
Такси водителе - Салауат ҡалаһында йәшәүсе Ирина Скорнякова.
Уның уяулығы арҡаһында пенсионерҙарҙың тупланмалары мутлашыусылар ҡулына эләкмәй.
Күрһәткән гражданлыҡ позицияһы һәм мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын файҙаланып башҡарылған енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығына йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы полиция полковнигы Илмир Фәхретдинов Ирина Ивановнаға рәхмәт хаты тапшырҙы. Был турала РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенән Алиса Ғибәҙуллина хәбәр итте.
Хөрмәтле граждандар! Полиция иҫкәртә: мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем тип таныштыра ала, һәр шылтыратыусыға ышанмағыҙ, бер ниндәй ҙә һылтау менән аҡсағыҙҙы билдәһеҙ кешеләргә тапшырмағыҙ, аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙ менән һөйләшеп, уларға мутлашыу схемалары тураһында һөйләгеҙ.
Белоретта йәшәгән 20 йәшлек егет сайтта тауар һатҡанда мутлашыусыларҙы танымай һәм аҡсаһынан яҙа: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-27/aldan-an-eget-4484618
Башҡортостанда дропперлыҡ тураһында енәйәт эше тикшерелә: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-27/droppovod-totol-an-4484613
Стәрлетамаҡтан 25 йәшлек егет танышыу сайттарының береһендә интим хеҙмәттәрен күрһәтеү тураһындағы иғланға ҡыҙығып, аҡсаһынан яҙған: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-27/intim-a-m-tl-ng-n-ik-n-4484607
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?from=groups