Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2025, 06:45

Башҡортостан халҡы 34 млрд һумлыҡ кредит алған

Берләшкән кредит бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙә Башҡортостан халҡы, 34,14 миллиард һумлыҡ 105,32 мең төрлө кредит алған.

Башҡортостан халҡы 34 млрд һумлыҡ кредит алғанБашҡортостан халҡы 34 млрд һумлыҡ кредит алған
Башҡортостан халҡы 34 млрд һумлыҡ кредит алған

 Сентябрҙән бурысҡа аҡса алыусылар һаны 8 процентҡа, ә аҡса күләме 14 процентҡа артҡан.

Төбәктең һәр 100 кешеһенә 2,6 кредит тура килә. Сентябрҙә кредитлау 30 миллиард һумға  – 97,25 мең кредитҡа тиклем кәмеһә, октябрҙә тағы ла әүҙемлек күҙәтелә.

 Банктан процентҡа аҡса алыусыларҙың иң ҙур өлөшөн элеккесә 41% ипотека, 19% автокредиттар, 14% кредит карталары, 1% касса кредиттары биләй.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас