

“Ҡанатлан!” мәғариф программаһының “Сәләмәт йылмайыу” модуле тап ошо маҡсатты күҙ уңында тота.
Башҡортостан – мәктәп стоматологияһы хеҙмәтен үҫтереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә. Һуңғы биш йылда республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса “ Ҡанатлан!” мәғариф проектына ярашлы беҙҙә “Сәләмәт йылмайыу” модуле тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә иң яңы стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм бер стилдә эшләнгән мәктәптәрҙә 110 стоматология кабинеты барлыҡҡа килде. Шулай уҡ белем усаҡтарында электән эшләп килгән теш дауалау кабинеттарын һаҡлап алып ҡалып, уларҙың һанын арттырыуға өлгәшелде. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 255 мәктәп стоматологияһы кабинеты эшләй.
— Мәктәп стоматологияһы – бик мөһим йүнәлеш. Был эште беҙҙең иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе, тип иҫәпләйем, – тигәйне Радий Фәрит улы сығыштарының береһендә. – Үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеге – беҙҙең өсөн һәр саҡ өҫтөнлөккә эйә. Бала саҡта теште дауалау – ул бик ҙур мәсьәлә. Балалар ҡурҡа, ә ололарҙың уларҙы алып йөрөргә ваҡыты юҡ. Һәм беҙ мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары селтәрен булдырырға ҡарар иттек. Уҡыусыларға тештәрен бала саҡтан һаҡларға, табиптарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтергә һәм тештәрен уңайлы шарттарҙа дауаларға тейешбеҙ.
Тап ошо программаға ярашлы, республика ҡала һәм ауылдары мәктәптәрендә бик күп яңы стоматология кабинеты барлыҡҡа килде, булғандары төҙөкләндерелде. Баймаҡ районында ла бер нисә ошондай кабинет булдырылды. 2020 йылдың февралендә Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында стоматология кабинеты асыла. Ул 1 млн 200 мең һумға йыһазландырыла. 2021 йылдың 15 февралендә ҡаланың 2-се мәктәбендә ошондай уҡ стоматология кабинеты эшләй башлай. Һәм 2022 йылдың ноябрендә Темәс ауылы мәктәбендә “Ҡанатлан!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуленә ярашлы стоматология кабинеты барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта был кабинеттар уңышлы эшләп килә.
Баймаҡ ҡалаһының 4-се һәм Темәс ауылындағы мәктәптә әлеге көндә табип-стоматолог Тәзкирә Дәүләтбаева менән шәфҡәт туташы Гүзәл Ноғоманова балаларҙың тештәренең сәләмәтлеген хәстәрләй.
Тәзкирә Дәүләтбаева Башҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, быйыл ғына эшләй башлаған.
— Эш башлаған ваҡытта ошондай матур шарттарға килеп эләгеүем менән бик бәхетлемен. Кабинет иркен, яҡты, бөтә йыһаздар бар, медицина ҡорамалдары яңы. Уҡыусыларҙы ҡабул итеү бик күңелле, ҡыҙыҡлы үтә. Бала бала инде, ҡыҙыҡһыналар, һорауҙар бирәләр. Ҙур теләк менән йөрөйҙәр, күбеһе саҡырыуҙы көтмәй, үҙҙәре үк килеп яҙыла. Теш дауалатыуҙан ҡурҡмаһындар өсөн, яҡшы мөхит булдырырға тырышам.
Эшемдән бик ҡәнәғәтмен. Айырыуса уның ыңғай һөҙөмтәһен күреү ҡыуандыра. 4-се лицейҙа бөтәһе 857 бала уҡый. Уҡыу йылының беренсе сирегендә 250-нән ашыу баланы ҡарап, шуларҙың 65-нең тешен дауаланыҡ. Мәктәп стоматологияһы кариестың барлыҡҡа килеүен иҫкәртеүгә, ауыҙ ҡыуышлығындағы ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға, өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймауға йүнәлтелгән.
Мин балаларҙың сәләмәт йылмауына үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма бик шатмын. Балаларҙың ҡыуанғандарын күреү, уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү тағы ла дәрт өҫтәй, профессиональ яҡтан үҫешеүгә этәргес бирә, – ти табип.
Шәфҡәт туташы Гүзәл Ноғоманова Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбендә стоматология кабинеты асылған көндән алып эшләй.
— Беҙ аҙнаның дүрт көнөндә Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбендә һәм бер көнөндә Темәстә эшләйбеҙ. Эшебеҙ шулай ҡоролған, тәүҙә уҡыусыларҙы класлап дәрестән медосмотрға саҡырабыҙ. Шунан кемдәрҙе нисек дауаларға кәрәклеге буйынса исемлек төҙөп, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә бирәбеҙ. Уҡыусылар араһында тештәрҙе һаҡлау, ваҡытында дауалау, табиптарҙан ҡурҡырға кәрәкмәгәнлеге, кариесты иҫкәртеү, дөрөҫ таҙартыу тураһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Уҡытыусылар беҙҙе класс сәғәттәренә саҡыра. Уҡыусылар бындай һөйләшеүҙәрҙе ярата.
Сибай ҡалаһында медицина колледжын тамамлағандан һуң төрлө ерҙә эшләргә тура килде. Әммә мәктәптә эшләү айырыуса оҡшай. Тыныс, таҙа, бөтә уңайлыҡ бар – рәхәтләнеп эшләргә була. Биш йылда ыңғай динамика күҙгә күренеп тора. Уҡыусыларҙың боҙолған тештәре күпкә кәмене, улар хәҙер үҙҙәре үк ваҡытында табипҡа күренергә, тешен дауалатырға ынтылып тора, – тип һөйләй Гүзәл Рәсих ҡыҙы.
Әлбиттә, мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары эшләүенә ата-әсәләр ҙә шат.
— Бала саҡта теште дауалатмау арҡаһында күп кенә теште һурҙырырға тура килде. Мәктәптәрҙә ошондай стоматология кабинеттары эшләүе, әлбиттә, бик яҡшы күренеш. Исмаһам, балаларыбыҙҙың тештәре һау-сәләмәт булыр, нығыраҡ һаҡланыр. Уҡыусылар өсөн ошондай мөмкинлектәр булдырыуына әсәй булараҡ, бик шатмын, – ти Айгөл Хәмитова.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, мәктәптәрҙе стоматология кабинеттары менән йыһазландырыу эштәре дауам итә. Уның әйтеүенсә, 500-ҙән ашыу бала уҡыған һәр мәктәптә бындай кабинет булырға тейеш. Бынан тыш, ике йыл рәттән был проектҡа тиклем эшләгән теш дауалау кабинеттарын яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла. БР Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 2024 йылда республика иҫәбенә 16 стоматология кабинеты төҙөкләндерелгән һәм йыһазландырылған. 2025 йылдың 1 сентябренән республика мәктәптәрендә тағы ла 8 яңыртылған теш дауалау кабинеты эшләй башланы.
Әйткәндәй, 2021 йылдан алып мәктәптәрҙәге стоматология кабинеты хеҙмәте менән уҡытыусылар ҙа файҙалана ала. Уҡытыусыларҙың тығыҙ эш графигын иҫәпкә алғанда, был бик тә уңайлы. 1500-ҙән ашыу педагог бындай хеҙмәт менән файҙаланған да инде. Йышыраҡ улар консультация алыу, профилактик тикшереү үтеү өсөн мөрәжәғәт итә.