

Межгорьеның Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә урам күҙәтеү камераһы дүрт бүренең йөрөүен теркәгән. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, улар урамға сығырға ҡурҡа, ә ҡала хакимиәте был хәлгә битараф ҡала бирә.
– Бындай шарттарҙа йәшәү бик ҡурҡыныс. Нисек эшкә барырға, балаларҙы мәктәпкә ебәрергә? Ҡурҡып йәшәүҙән арыныҡ. Айыуҙарҙы урманға ҡыуалап сығарҙылар, ә бүреләрҙе ниңәлер ҡалдыралар. Улар эттәрҙең бөтәһен дә ашап бөттө тиерлек, ихаталарға үтеп инә һәм алып китәләр, — ти урындағы халыҡ.
Межгорье
хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, диспетчерҙарға ҡала биләмәһендә бер ҡырағай йәнлек тураһында ғына хәбәр килгәнен. Улар ҡала халыҡына кисен һәм төнгө ваҡытта уяу булырға кәрәк икәнлеген иҫкәртә.