Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2025, 12:20

Күмертауға ҡунаҡтар килде

Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәш дипломаттар форумы үтте. Был ҙур сара билдәле шәхес, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналды.

Күмертауға ҡунаҡтар килдеКүмертауға ҡунаҡтар килде
Күмертауға ҡунаҡтар килде

Форумдың темаһы - «Дипломатия национальных культур». Бик бай йөкмәткеле программа әҙерләнгәйне, тип хәбәр итәләр. Шул иҫәптән «Модель ООН» эшлекле уйыны ла ойошторолған.

Сараны тантаналы ябыуҙа диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылған. Һәм, әлбиттә, йәш дипломаттар бай тәжрибә туплап, яңы дуҫтар табып таралышҡан.

Фото: Контента | Инфоповод

Күмертауға ҡунаҡтар килде
Күмертауға ҡунаҡтар килде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас