

Унда ҡатнашыусыларға күреү, ишетеү органдарында һәм телмәрендә етешһеҙлектәр булған кешеләргә коммуникакциялар формаларының төрлөлөгө менән танышыу форсаты тейҙе. Һәр ҡатнашыусыға ымдар теленең нигеҙен өйрәнеү, шулай уҡ Брайл шрифты менән яҙыу мөмкинлеге бирелде. Әйткәндәй, квесты үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре үткәрҙе.
Бынан тыш, ошонда уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең ижади эштәренән йәрминкә-күргәҙмә ойошторолдо. Ул Яңы йылға арналды һәм ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатын ҡуйҙы. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар уларҙың ҡул эштәрен һатып алды.
«Сара йөҙләгән ҡатнашыусыны һәм ҡунаҡты берләштерҙе. Бындай ваҡиғалар йәмғиәттең бөтә ағзаларын да социаль берләштереүгә һәм бергәләп йәшәргә булышлыҡ итеүсе асыҡ йәмғиәт формалаштырыуға ярҙам итә», — тине БР Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы, “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” үҙәге директоры Алина Хәбирова.
“Барыһы өсөн дә асыҡ” Бөтә Рәсәй инклюзтя аҙналығын Стартегик инициативалар агентлығы менән «Росконгресс» фонды ойоштора. Аҙанлыҡ барышында бөтә ил буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға һәм инклюзив мөхитте үҫтереүгә йүнәлтелгән 600-ҙән ашыу сара үткәреү планлаштырылған.
Фото:БР Йәмәғәт Палатаһының матбуғат хеҙмәте.