Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2025, 05:15

Хеҙмәттәшен үпкәләткән өсөн штраф

Әбйәлил районы прокуратураһына бер ҡатын хеҙмәттәшенә ҡарата ялыу ғаризаһы яҙа.  

Хеҙмәттәшен үпкәләткән өсөн штрафХеҙмәттәшен үпкәләткән өсөн штраф
Хеҙмәттәшен үпкәләткән өсөн штраф

Асыҡланыуынса, социаль селтәрҙәге эш чатында хеҙмәткәрҙәрҙең береһе коллегаһына ҡарата
мыҫҡыллау һүҙе яҙған.

Прокуратура уға ҡарата «Интернет мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрен файҙаланып, кешеләр алдында ҡылынған мыҫҡыллау» статьяһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғата.

Мировой судья ҡарары менән хоҡуҡ боҙоусыға 5 мең һум күләмендә штраф һалынды, тип хәбәр иттеләр БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас