

Әбйәлил районының Асҡар ауылы янындағы урманда ҡатын-ҡыҙ мәйетен тапҡандар.
Полиция хәбәр итеүенсә, яҡынса мәҡлүмәттәр буйынса, ул былтыр юғалған 55 йәшлек ҡатындың мәйете булыуы ихтимал. Ҡатын 2024 йылдың 6 ноябрендә юғалған. Ул өйҙән сығып киткән дә, кире әйләнеп ҡайтмаған. Эҙләүгә эҙәрмән отрядтары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары йәлеп ителгән була.
Сығанаҡ: "Әбйәлил" гәзите төркөмө