Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноября 2025, 09:00

Батыр яуҙа һынала

Благовещен яугиры – хөрмәт, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө.  

Батыр яуҙа һыналаБатыр яуҙа һынала
Батыр яуҙа һынала

"Черный" позывнойлы лейтенант 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә мобилизациялана.

Бер көндө ул штурмлау төркөмө менән командалыҡ итеп, Донецк Халыҡ Республикаһының Украинск тораҡ пункты эргәһендәге урман һыҙаттарында дошмандың тере көсөн юҡ итеү буйынса хәрби бурысты уңышлы үтәй. Дошман диверсия-разведка төркөмдәрен файҙаланып, алғы сигендә әүҙем хәрәкәт алып бара. "Черный" урындағы картаны ентекле өйрәнеп, дошман өсөн засада ойоштора. Ул шәхси составты дөрөҫ урынлаштыра һәм дошмандың килеүен көтә башлай. Бер нисә сәғәттән һуң беҙҙең БПЛА операторҙарынан дошман хәрбиҙәренең засада урыны тирәһендә күренгәне тураһында мәғлүмәт килә. Бейеклектә урынлашҡан пулеметсылар дошмандың төп көстәренең үтеүен көтә, ҡалған яугирҙар "Черный"ҙың командаһын көтә. Иң уңайлы мәлде һайлап, ул дошманды гранатометтан утҡа тоторға бойороҡ бирә. Алыш оҙаҡҡа бармай. Уйланылған тактик эш, йәшерен һөжүм итеү  арҡаһында беҙҙең хәрбиҙәрҙең подразделениеһы юғалтыуҙарһыҙ кире ҡайта. Төркөм эшләгән эш дошмандың районға разведка подразделениеларын ебәреү теләген кире ҡаға. "Черный" позывнойлы  лейтенанттың ойоштороу һәләте, тәүәккәллеге арҡаһында уның подразделениеһы алдына ҡуйылған бурыстар үтәлә, фронт участкаһында беҙҙең хәрбиҙәргә уңышлы һөжүм алып барырға мөмкинлек бирә.

   Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, яугирҙар!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас