Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2025, 10:45

Шок! Бер ир фельдшерҙы үлтерә яҙған

Билдәле булыуынса, «Тиҙ ярҙам» фельдшерында уға кәрәкле дарыу булмаған.  Ҡот осҡос хәл Иглин районында була.

Шок! Бер ир фельдшерҙы үлтерә яҙғанШок! Бер ир фельдшерҙы үлтерә яҙған
Шок! Бер ир фельдшерҙы үлтерә яҙған

39 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Ул «Тиҙ ярҙам» хеҙмәткәрен көс ҡулланып, законһыҙ рәүештә үҙ йортонда тотоуҙа һәм уға үлтереү менән янауҙа ғәйепләнә.

 Тикшереүҙәр асыҡлауынса, 2025 йылдың февралендә фельдшер иҫерек кешегә саҡырыуға килә. Табиптың үҙе менән иргә кәрәкле дарыуы булмай, шуның арҡаһында тауыш сыға. Һөҙөмтәлә, ир кеше,  табипҡа өйөнән тере килеш сыҡмаясағы хаҡында белдерә һәм уны бикләп ҡуя. Бер аҙҙан енәйәтсе «әсиргә»  контролде йомшарта. Һөҙөмтәлә фельдшерға диспетчерға шылтыратып, хәл тураһында һөйләргә мөмкинлек сыға. Һөҙөмтәлә «Тиҙ ярҙам» водителе табипты ҡотҡара ала.

Суд ултырышында ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный һәм  уны бер йылға иркен сикләйҙәр.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас