Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2025, 16:00

КИСЕР МИНЕ

Ғәфү ит һин мине, йәшлегемдә Булдым аңыш — күпте белмәнем. Килен итеп өйгә төшөргәндә Устарымда алып инмәнем.

КИСЕР МИНЕКИСЕР МИНЕ
КИСЕР МИНЕ

Баллы төнөбөҙҙө балһыҙ иттем,
Ә һуңынан ал-ял белмәнем.
Буйыңдағы һыйпап тере йәнде
Тилергәндә, “рәхмәт” тимәнем.

 

Ҡорманым йорт — лайыҡ хан ҡыҙына,
Тапманым тун — лайыҡ һыныңа.
Күҙҙәреңдең изге сағыулығын
Һалалманым фани йырыма.

 

Тәртә араһында ҡолонлаған
Байтал кеүек, эшкә егелдең.
Ыжғыр буранда бит илтеп ҡуйҙым
Бесән санаһында үҙеңде.

 

Малай тапҡан, тигәс, буран сығып,
Килә алмай ҡалдым бер аҙна.
Аҙашҡандыр, туңып үлгәндер, тип,
“Тынысландырғандар” бер аҙға...

 

Кисер мине, шунан һуң да һаман
Ултырманым камил аҡылға.
Тапҡан берең... бесән санаһында,
Арбаһында... сыҡтың хаҡ юлға.

 

Көнөн-төнөн ҡарап колхоз малын,
Сабый имеҙергә йүгерҙең.
Ашарға ла беҙгә һин бешерҙең,
Өҫ-башты ла йыуып өлгөрҙөң.

 

Ҡырыҫлығым менән мыжыҡлығым
Рәхмәтемдән булды күберәк.
Бөтәһе лә ятты бер яурынға,
Бөтәһен дә тартты бер йөрәк.

 

Ожмахыңдың хаҡын ҡайтарырлыҡ
Рәхәтлектәр бирә алманым.
Әрнетергә һине, буғай, ҡайта
Фәҡәт ошо әрнеп яҙғаным.

 

Йыһат Солтанов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас