Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2025, 05:55

Илсембәттә - өмә

Туймазы районының Илсембәт ауылында "Ҡаҙ өмәһе" халыҡ байрамы үтте, тип хәбәр итәләр райондан.

Илсембәттә - өмәИлсембәттә - өмә
Илсембәттә - өмә
Был сара «Ғаилә» милли проектының маҡсаттарына тура килә.
Ҡаҙ өмәһе - һәр ауылда тирелек була торған күңелле ярҙам сараһы ул. Халыҡ уны, күмәкләп эшләгәнлектән, байрамға ла әүерелдерә. Ир-ат үҙ эшен башҡара, ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙҙы таҙалай, йырлай-йырлай мамыҡ йолҡа, йыр-моң менән йылғаға алып барып сайҡай. Эш бөткәс, күмәкләшеп табынға ултыралар, хужаларҙың уңғанлығын маҡтайҙар, киләһе йылға ла ниәттәр әйтәләр.
Был юлы ла илсембәттәр барыһын да шартына килтереп эшләне. 
Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлмира Төхбәтшина белдереүенсә, "Ҡаҙ өмәһе" - ябай эш кенә түгел, ә халыҡтың киләһе быуындарға еткерә торған йолаһы, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим бер өлөшө.
Фото: Туймазы районы хакимиәтенән, Контента | Инфоповод.
 
 
Илсембәттә - өмә
Илсембәттә - өмә
Илсембәттә - өмә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас