

Саҡмағош районында ауыл хужалығы предприятиеһының ике хеҙмәткәре билдәһеҙ матдә менән ағыуланған. Был хаҡта дәүләт Хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр иттеләр.
21 ноябрҙә Саҡмағош районының ауыл хужалығы предприятиеһы биләмәһендә 35 һәм 59 йәшлек хеҙмәткәрҙәр иген туплаусы бункерға төшә, унда билдәһеҙ матдә менән ағыуланып һәләк була. Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланасаҡ.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре үлеме факты буйынса тикшереү ойоштора.
Ваҡиға урынына Саҡмағош районы прокуроры Илнур Насретдинов та барған.
Прокуратура ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай, хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы тураһындағы ҡануниәт талаптарын үтәлеүгә баһа бирә.