

Стәрлетамаҡта иртән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре 9 кешене, шул иҫәптән бер баланы ҡотҡарған.
Макаренко урамындағы биш ҡатлы торлаҡ йортта электр щиты янып, подъезд төтөнгә тула. Оператив рәүештә килгән янғын һүндереүселәр халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм төтөн концентрацияһын кәметеү өсөн тактик вентиляция ҡуллана. Янғын һүндереүселәр бер баланы һәм һигеҙ өлкән кешене хәүефле зонанан алып сыға.
Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем 30 кеше эвакуациялана. 47 йәшлек ир янғын һөҙөмтәһендә ағыуланып, урындағы дауаханаға оҙатыла.
Янғын һүндерелгән. Уның сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тикшерә. Ваҡиғаның бөтә шарттары ла асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- йорттағы электр үткәргестәрҙең торошон күҙәтеп тороғоҙ, ремонт талап ителһә, был эште белгестәр башҡарһын;
- юлдарға теләһә нимә өймәгеҙ, был эвакуациялауға ҡамасауларға мөмкин;
- сигнализация ҡуйығыҙ, янғын сыҡҡанда ул көслө тауыш менән барыһын да уята.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306