

Иҫкәртеү саралары барышында 1200 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған. Шул иҫәптән:
- 63 кеше транспорт менән иҫерек килеш идара иткән;
- 27 водитель ҡағиҙәләр менән тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға етди хәүеф тыуҙырған;
- балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 37 осрағы теркәлгән;
- 53 водитель үткәүелдә йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән саҡта тотолған.
Әгәр һеҙ иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеүгә шаһит булһағыҙ, был факт тураһында 8(347) 279-32-92 номеры буйынса БР буйынса Эске эштәр министрлығының "ҡыҙыу линия" телефонына хәбәр итегеҙ, шулай уҡ телеграмға ла яҙырға мөмкин: @GIBDDRB_02bot
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225