Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2025, 10:50

Аңламағас аңламайҙар икән

Эскән килеш руль артына ултырған водителдәр күпме бәләгә тарып, үҙҙәренең, башҡаларҙың ғүмерен ҡыйып, автомобилдәренән яҙып тора, әммә был уларҙы эсеүҙән туҡтатмай... Уҙған тәүлектә профилактик рейдтар барышында 54 иҫерек водитель тотолған.

Аңламағас аңламайҙар икәнАңламағас аңламайҙар икән
Аңламағас аңламайҙар икән

Дүртәүһе икенсегә эләккән. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Йәмғеһе 1500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, шунсама  административ протоколдар төҙөлгән.

Фото: БР ДАИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас