Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2025, 11:00

Һөйөнсө! Яңы йылдан пособиелар арта

2026 йылдан балалар өсөн пособиеларҙың һәм пенсияның күләме арта. 

Һөйөнсө! Яңы йылдан пособиелар арта
Һөйөнсө! Яңы йылдан пособиелар арта

* Икенсе бала өсөн “Әсәлек капиталы”  974,1 мең һумға күтәреләсәк.

* Был сумма тәүге балаһы өсөн түләүҙе алмаған ғаиләләргә 2026 йылдың 1 февраленән бүленә башлаясаҡ.

* Беренсе бала өсөн “Әсәлек капиталы” 737,2 мең һумға тиклем арта.

 * Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 28773 һумға тиклем күтәрелә.

* 2026 йылда  пенсия өсөн түләүҙәргә 13 трлн һум аҡса йүнәлтелә.

*  Страховкалау пенсияһы 2026 йылда 1 ғинуарҙа бер тапҡыр индексациялана, уны  инфляциянан 7,6 процентҡа арттырыу планлаштырыла.

* 2026 йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының күләме 27,1  мең һумға  тиклем арта.

* Социаль пенсиялар 2026 йылдың 1 апреленән 6,8 процентҡа индексациялана.

* 2026 йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса  пособие  955,8 мең һумға  тиклем арта.

* 2026 йылда  ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә һалым түләүгә 119 млрд һум аҡса бүленә.

*  2026 йылда балалаы ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған пособиеға 1,76 млрд һум йүнәлтелә. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас