Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2025, 09:40

Вәт боҙоҡ! Балаға интим тәҡдим иткән!

Нефтекамала йәшәүсе ҡыҙ балалар өсөн онлайн уйын уйнаған һәм күңелһеҙ хәлгә тарыған.

Вәт боҙоҡ! Балаға интим тәҡдим иткән!Вәт боҙоҡ! Балаға интим тәҡдим иткән!
Вәт боҙоҡ! Балаға интим тәҡдим иткән!

 10 йәшлек уҡыусыға билдәһеҙ кеше кимәлдәрҙе үтергә ярҙам итергә вәғәҙәләгән. Тик бының өсөн интим фотолар ебәреүен һораған. Ҡыҙ баш тартҡан. Шул саҡта ир уға яланғас видео ебәреүен һәм  150 мең һум түләргә әҙер булыуын әйткән. Ҡото осҡан бала шунда уҡ ирҙе «ҡара исемлек»кә индерә һәм был хаҡта әсәһенә һөйләй.  Әле был факт буйынса полиция тикшереү эше башлаған.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас