Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2025, 05:29

Ут һүндергес мотлаҡ булһын!

Кисә кис Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Стәрлетамаҡ ҡалаһының республика наркология диспансерында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.

Ут һүндергес мотлаҡ булһын!Ут һүндергес мотлаҡ булһын!
Ут һүндергес мотлаҡ булһын!

Медперсоналдың дөрөҫ һәм оператив эш итеүе арҡаһында, порошоклы ут һүндергес ярҙамында өсөнсө ҡаттағы палатала янған матрас тиҙ арала һүндерелә, 62 пациент һәм 10 хеҙмәткәр эвакуациялана. Янғын һөҙөмтәһендә бер пациент йәрәхәтләнгән, уға бөтә кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелгән. Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә. Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Янғындың ихтимал сәбәптәренең береһе ут менән һаҡһыҙ эш итеү булыуы мөмкин.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас