Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2025, 11:50

Радий Хәбиров: “Ҡайтҡан сағығыҙҙа республиканың ышаныслы үҫеүен күрерһегеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә йәш яҡташтарыбыҙ – илебеҙҙең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарында һөнәр үҙләштергән егет һәм ҡыҙҙар менән осрашты. Сараға 750-ләп студент килгәйне.

Радий Хәбиров: “Ҡайтҡан сағығыҙҙа республиканың ышаныслы үҫеүен күрерһегеҙ”Радий Хәбиров: “Ҡайтҡан сағығыҙҙа республиканың ышаныслы үҫеүен күрерһегеҙ”
Радий Хәбиров: “Ҡайтҡан сағығыҙҙа республиканың ышаныслы үҫеүен күрерһегеҙ”

Әйткәндәй, был осрашыу “Яҡташ” Йәштәр мәғариф форумы буйынса ойошторолдо. Мәскәүҙә Башҡортостандан барып уҡып йөрөүселәр бихисап. Республика етәкселеге улар менән төрлө йүнәлештә бәйләнештә булырға тырыша.

– Һеҙҙең менән тағы ла осрашыуға шатмын, яҡташтар. Беҙгә бик ҡәҙерлеһегеҙ, беҙҙең бурысыбыҙ – һеҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә тороу. Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, беҙҙең стратегик резервыбыҙ, – тип, осрашыу башында бик йылы һүҙҙәр әйтте Радий Хәбиров.

БР Башлығы йәштәрҙе республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән дә таныштырҙы.

– Беҙгә аралашыу, һеҙҙең проблемаларығыҙҙы белеү, ярҙам күрһәтеү мөһим. Киләсәктә тыуған Башҡортостаныбыҙҙа үҙегеҙҙе күрһәтә алыу мөмкинлегегеҙ булһын өсөн ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ. Ә һеҙҙең бурысығыҙ – кәрәкле һәм компетентлы белгес булыу өсөн яҡшы уҡыу, заманса белем алыу, – тине Радий Фәрит улы.

Осрашыу “һорау-яуап” рәүешендә аралашыу форматында барҙы. Йәштәр тормоштоң бөтә өлкәһендәге яңылыҡтар, мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһына һәм, әлбиттә, республиканың иҡтисади хәле, киләсәккә пландары, яңы проекттар менән дә.

Мәскәү студенттары булған яҡташтарыбыҙ “Башҡортостандан һөйөү менән” проекты өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул гуманитар ярҙам проекты – ошо көндәрҙә баш ҡалаға студенттарҙың ата-әсәләренән йөҙҙән ашыу посылка тейәлгән ылау барған.

– Бер ҙә күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, алға барығыҙ, ҡараштарығыҙҙы үҙгәртегеҙ, тик һынмағыҙ. Башҡортостанға ҡайтҡанда республиканың ышаныслы үҫеүен күрерһегеҙ. Уңыштар һеҙгә һәм бәхетле булығыҙ! – тине БР Башлығы.

Фото: Радий Хабиров, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас