Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноября 2025, 06:30

Герой әсәләргә - льготалар

Һөйөнсө! Ун бала тапҡан әсәйҙәрҙең льготалары Рәсәй һәм Хеҙмәт геройҙарыныҡы менән тиңләштерелде.

Герой әсәләргә  - льготаларГерой әсәләргә  - льготалар
Герой әсәләргә - льготалар

 Дәүләт Думаһы «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға социаль гарантиялар тураһында закондар ҡабул итте.Ун бала тапҡан әсәйҙәрҙең льготалары Рәсәй һәм Хеҙмәт геройҙарыныҡыХәҙер улар Рәсәй һәм хеҙмәт геройҙары кеүек социаль өҫтөнлөктәр менән файҙалана аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Герой-әсә» исеме 10 һәм унан күберәк бала табып, тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә.

Социаль гарантияларға сираттан тыш медицина ярҙамы күрһәтеү, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙән азат итеү, бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғы, эшкә урынлашыу һәм бушлай һөнәри белем алыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр һәм башҡалар инә.

Льготалар урынына ҡатын-ҡыҙҙар 72 403 һум күләмендәге айлыҡ түләүҙе һайлай ала . Ул йыл һайын индексациялана.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 10 ҡатын-ҡыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас