Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2025, 07:05

Декабрҙә көн торошо шаҡ ҡатырасаҡ

Был хаҡта синоптиктар хәбәр итә.

Декабрҙә көн торошо шаҡ ҡатырасаҡДекабрҙә көн торошо шаҡ ҡатырасаҡ
Декабрҙә көн торошо шаҡ ҡатырасаҡ

Ҡыштың тәүге айы һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе менән башлана. «Фобос» үҙәге синоптиктары хәбәр итеүенсә, ноябрь аҙағында һауа температураһы плюс күрһәткестәрендә һаҡланасаҡ.

 1

декабрҙә төндә һәм көндөҙ -1 градус булыуы көтөлә. 5 декабргә көндөҙ -14 градусҡаса һалҡынайта, төндә -20 градустан түбән була. Киләһе тәүлектә төндә термометр бағанаһы -30, көндөҙ -22 градусҡа тиклем төшә. Ай уртаһына төндә ни бары  -6, көндөҙ -2 градус ҡына. 15 декабрҙән 22-һенә тиклем көн һайын ҡар яуыуы көтөлә. 25 декабрҙән көндөҙ -10…-16 градус. Яңы йыл төнөндә -22 градусҡа тиклем һыуыта. 31 декабрҙә көндөҙ -18 градус булыуы көтөлә.

 ғинуарҙа көндөҙ -15 градус булыуы фаразлана. 3 ғинуарға төндә -13, көндөҙ -10 градус.

Бынан алда Башгидромет Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең климат мәғлүмәттәрен анализлау нигеҙендә декабрҙә уртаса айлыҡ һауа температураһы нормаға яҡын буласаҡ (норма: -10,8 градус), ә ғинуарҙа яҡынса -12,5 градус тәшкил итәсәк (шулай уҡ норма сиктәрендә), тип хәбәр иткәйне.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас