Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2025, 11:38

"Аҡса янсығы күренеп тора ине"

Стәрлетамаҡта полицейскийҙар кешене таларға маташыуҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алды.

"Аҡса янсығы күренеп тора ине""Аҡса янсығы күренеп тора ине"
"Аҡса янсығы күренеп тора ине"

Стәрлетамаҡ полицияһына 38 йәшлек ҡатын үҙенә ҡарата енәйәт ҡылыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Әйтеүенсә, сауҙа үҙәгенә ингәндә, таныш булмаған ир уның рюкзагынан 10 мең һум күләмендә аҡса һәм 3 банк картаһы булған кошелекты алыуын күрә. Ҡатын уны ҡыуып етергә маташа, әммә талаусы ҡасып өлгөрә. Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре тарафынан оператив-эҙләү саралары комплексы ойошторола. Улар ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай һәм уны ҡулға ала. 44 йәшлек ир ошоға тиклем дә урлашыу, талау һәм наркотиктар һаҡлау өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән кеше. Аҡса янсығы күренеп тора ине, тип аҡланған һуңынан. Асыҡланыуынса, ул ҡурҡышынан аҡса янсығын тотонмай, ташлап китә. Сауҙа үҙәгенең һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән тикшереү эштәре тамамланғандан һуң аҡса янсығы законлы хужаһына ҡайтарыла. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип яҙа Стәрлетамаҡтан Лилиә Исламғолова.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас