

Форумда дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалим теологтар, дин белгестәре, тарихсылар, Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән дин әһелдәре ҡатнашты.
Конференцияның бер секцияһы “Заманса киң мәғлүмәт саралары һәм дини коммуникациялар менән аралашыу сараһы” темаһына арналды.
“Түңәрәк өҫтәл”дә был өлкәлә эшләүсе ғалимдар, журналистар, ислам белгестәре сығыш яһаны.
Сараны алып барыусы Рәсәй Ислам университетының өлкән уҡытыусыһы, философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатовтың белдереүенсә, заманса медиа милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙә ҙур роль уйнай. Ислам дине , теология – донъя күләмендәге мөһим тема һәм уны яҡтыртыуҙа, пропагандалауҙа бик һаҡ ҡарарға, конструктив диалогҡа өлгәшергә, төрлө коммуникация сараларын ҡулланырға кәрәк.
БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизовтың фекеренсә, медиа киңлеге бөгөн күп төрлө. “Башҡортостанда ғына алты телдә гәзит-журналдар нәшер ителә. Беҙ халыҡтың туған телдә уҡыуға конституцион хоҡуғын бойомға ашырырға, һәр милләт, дингә ихтирам менән ҡарарға, толерантлылыҡҡа өлгәшергә тейешбеҙ”, – тине һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүҙә диндең әһәмиәтен билдәләп, кеше аңын томалаған кире күренештәр күҙәтелгәндә, дини татыулыҡҡа өлгәшеү өсөн киң мәғлүмәт сараларының төрлө дини конфессиялар менән үҙ-ара тығыҙ эшләргә тейешлеген билдәләне.
Йәмғиәттә киң мәғлүмәт саралары, радио-телевидение, интернет киңлеге– коммуникатив, мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси бурыс үтәгән айырым институт булараҡ йәшәй.
“Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Радик Әмировтың секциялағы сығышы күп бәхәстәр тыуҙырырлыҡ. Ул Ислам өммәһе менән менән эшләүҙәге 20 йыллыҡ тәжрибәһенән сығып, беҙ Ислам , дин тураһында яҙа белмәйбеҙ, тип иҫәпләй. Сөнки дин эшмәкәрҙәре журналистар менән тығыҙ эшләмәй. Мәғлүмәттәр биреү бер яҡлы ғына бара, оперативлылыҡ, яңылыҡ юҡ. Рәсәй тарихында ҙур роль уйнаған мосолмандарҙың шәхестәре, дин эшмәкәрҙәре , хәҙер инде махсус хәрби операция яугирҙары тураһында тапшырыуҙар, фильмдар төшөрөргә кәрәк.
“Мосолман каналы” халыҡтарҙың рухи мәҙәниәте телетапшырыуҙар үҙәге етәксеһе Алик Назаров үҙенең сығышында Ислам матбуғатының бөгөнгө донъялағы ролен билдәләне. Ул мәғлүмәт таратыуҙа төрлө форма-технологияларҙы ҡулланырға кәрәк, тип иҫәпләй.
Ислам яһалма интеллекты ислам тураһында мосолмандарға дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн иң ҡулай майҙансыҡ буласаҡ. Р. Ғәбделхаковтың әйтеүенсә, ул суверенлы ислам интеллекты буласаҡ һәм беҙ эшләмәһәк, башҡа илдәр эшләп ҡулланасаҡ. Технологиялар алға киткән быуатта беҙгә заман менән бергә атларға кәрәк, был башланғысты бойомға ашырырға кәрәк.
Кешенең иғтибарын күберәк йәлеп иткән һәм социумға йоғонтоло көскә эйә һанлы меди үҫешкәндә мосолмандарҙың электрон ресурстарҙы әүҙем файҙаланыуы тураһында Р. Кузеев исемендәге Рәсәй фәндәр академияһының этнологик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Зилә Хәбибуллина һөйләне. Интернет йәштәрҙе дингә ҡыҙыҡһыныу уятыусы киңлек булһа, икенсе яҡтан ялған интеллектуаль контенты менән дә ҡурҡыныс тыуҙыра. Дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәргә юл ҡуймау өсөн рәсми дини институттарҙың әүҙемлеге, уларҙың фекере виртуаль мосолмандар өммәһендә мөһим. Социаль селтәрҙәрҙә мослмандар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап таба, хатта виртуаль хаж ҡылалар, никах уҡыталар, ҡорбан салдырыу йолаһын үтәйҙәр, намаҙ уҡыйҙар.
Халыҡтың аңын бутаған ялған мәғлүмәт күп булғанда ,Исламды дөрөҫ йүнәлештә пропагандаларға кәрәк. Дини темаларҙы яҡтыртҡанда был өлкәлә компетентлы булырға, белгестәр, эксперттар йәмәғәтселеге менән эшләү талап ителә, тигән фекергә килде секцияла сығыш яһаусылар.