

Ҡала хакимиәтенән еткереүҙрәенсә, «Ҡояшлы» паркы «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса барлыҡҡа килгән.
Ни өсөн экопарк? Сөнки бында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш менән эшләгәндәр. Парктағы булған ағастар ҙа ҡырҡылмаған, ҡыуаҡлыҡтарҙы тәртипкә килтергәндәр, ҡыҫҡаһы, тәбиғи рельеф һаҡланған.
Паркта эскәмйәләр бик уңайлы, һуҡмаҡ бар, балалар уйын майҙансығы эшләнгән, амфитеатрҙа концерттар үтә.
Фото: Экопарк «Солнечный»