Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2025, 11:10

Константин Толкачевҡа - орден

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе IV дәрәжәләге «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде.

Константин Толкачевҡа - орденКонстантин Толкачевҡа - орден
Константин Толкачевҡа - орден

Рәсәй Федерацияһы Президентының «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» 2025 йылдың 17 ноябрендәге 844 һанлы Указы менән Константин Толкачев IV дәрәжәләге «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде.
Юғары дәүләт наградаһы закондар сығарыу өлкәһендәге әүҙем эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелде.

Фото: ГС — Курултай РБ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас