Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2025, 08:31

Участковыйҙарға уңыштар!

Бөгөн төбәк етәксеһе эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары менән танышты һәм уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Участковыйҙарға уңыштар!Участковыйҙарға уңыштар!
Участковыйҙарға уңыштар!

- Бөгөн илдә участковый уполномоченныйҙар көнө билдәләнә. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ бик ҡатмарлы. Һеҙ - беҙҙең төп союздаштарыбыҙ, йәмәғәт именлеген тәьмин итеүҙә хеҙмәттәштәребеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. -Бөтә участка хеҙмәткәрҙәренә эшендә уңыштар теләйем.

УПП-ны өлкән участка полиция вәкиле, майор Динар Хәйбрахманов етәкләй. Ул бында 2019 йылдан эшләй, ә уның был вазифала дөйөм стажы - 15 йыл. Шулай уҡ пунктта кесе лейтенант Ульяна Хәйретдинова эшләй. Уның ире Артур Хәйретдинов, шул уҡ участкала эшләгән, 2025 йылдың апрелендә контрактҡа ҡул ҡуя һәм хәҙер махсус хәрби операция бурыстарын башҡара.

- Яугирға күп сәләм әйтегеҙ. Барыһын да еңеү менән өйҙә көтәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Ошо уҡ бинала төбәк етәксеһе Йәмәғәт именлеге үҙәгендә булды һәм Өфөнөң Совет районы буйынса бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү бүлегенең өлкән инспекторҙары Денис Харьков һәм Виктория Низамова менән аралашты. Радий Хәбиров уларға намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-pozdravil-uchastkovyh-upolnomochennyh-policii-s-professionalnym-prazdnikom-84138/photo/#photo-6

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас