Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2025, 14:07

Уҡыусылар бигерәк агрессив

Дыуан районы Һикәяҙ мәктәбендә 13 йәшлек үҫмергә синыфташы гел дә бәйләнеп ҡаңғыртҡан. Волейбол буйынса күнекмәләрҙән һуң малайҙы мәктәп бәҙрәфенә күмәкләп һөйрәп алып китәләр, шунда уны синыфташы туҡмай һәм быуа башлай. Башҡалар шуны телефонға төшөргән. 

Уҡыусылар бигерәк агрессивУҡыусылар бигерәк агрессив
Уҡыусылар бигерәк агрессив

Дыуан районында мәктәп уҡыусыһына ҡарата тиҫтерҙәре яғынан хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәр тураһында хәбәр буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Социаль медиа мониторингы барышында Дыуан районындағы мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы башҡа уҡыусылар тарафынан законға ҡаршы ғәмәлдәргә дусар ителеүе тураһында хәбәр асыҡлана.

Был факт буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығының Дыуан район-ара тәфтиш бүлеге РФ Енәйәт кодексының 293-сө статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғата.

Әлеге ваҡытта Тәфтиш комитеты тәфтишселәре ваҡиғаның бөтә сәбәптәрен асыҡлай. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса мәктәп администрацияһы хеҙмәткәрҙәренең ғәмәлдәренә йәки эшһеҙлегенә баһа бирелә.

Фото: https://vk.com/surbskr?from=groups

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас