Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2025, 18:47

Торған машинаға бәрелгән...

Аварияла "Лада Ларгус" водителе һәләк булған...

Торған машинаға бәрелгән...Торған машинаға бәрелгән...
Торған машинаға бәрелгән...

Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы урынында эшләй.

Әлегә билдәле булыуынса, бөгөн киске сәғәт ун тирәһендә Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 19-сы километрында "Лада Ларгус" светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтаған "Хендай Соната" машинаһына барып бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Лада Ларгус"  автомобиле водителе ауыр йәрәхәттәрҙән урында вафат була. Урында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй, хәлдең нескәлектәре асыҡлана.

Фото: БР ДАИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас