Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2025, 04:30

Спорт байрамы гөрләп үтте

Дәүләкәндә өлкән йәштәгеләр өсөн ГТО фестивале ойошторолдо. 

Спорт байрамы гөрләп үттеСпорт байрамы гөрләп үтте
Спорт байрамы гөрләп үтте

"Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы буйынса уҙған фестивалдә "Әүҙем оҙон ғүмерлелек" проектында ҡатнашыусылар - оло йәштәгеләр, барлығы 30-ҙан ашыу кеше көс һынашҡан. Сараны "Рәсәй спорты" дәүләт программаһына ярашлы ойошторғандар.

Фестивалдә 60 йәштән өлкәнерәктәргә яраҡлаштырылған спорт төрҙәре һайланғайны.

Бик матур йәнле сара булды, ти ҡатнашыусылар.

Фото: Сдали нормы ГТО.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас