

Етем ҡалғандан һуң Рөстәмде йәш ярымлыҡ ваҡытынан ҡарап үҫтергән апаһының (атаһының апаһы) улы 8 сентябрҙә МХО биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалған. Тәүҙә Рөстәм был ҡайғылы хәбәрҙе уға әйтмәгән. Дауаханаға һалып үт ҡыуығына операция яһатып, хәле яҡшырғас ипләп кенә әйтәкән.
– Үҙемдең сығанаҡтарҙан белештем, ул инде иҫән түгел, ләкин рәсми рәүештә үлеме әлегә раҫланмаған. Әлбиттә, әсә кеше был хәбәргә ахырынаса ышанмай, ғәзиз балаһы иҫән булыуына өмөтләнә. Апайым ныҡ көйә. Мин уға яйлап ҡына хәлде аңлатырға тырышам, бындай хәлдә иҫән ҡалыуға өмөт юҡ икәнен әйтәм. Мин – реалист һәм өмөтләнеү бушҡа ғына, икәнен аңлайым.
Апайым, әлбиттә, туғанымды минең алып ҡайтасағыма ышана, ләкин әлегә был мөмкин түгел, унда һуғыш бара һәм мәрхүмдең кәүҙәһен алып сығыу бик ҡатмарлы. Хәҙер яңылыҡтар көтөргә генә ҡала. Мин ошо арала МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам менән юлланырға планлаштырам һәм унда барыһын да асыҡларға тырышасаҡмын, – ти Рөстәм Нәбиев.