

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы "Урал" сәләмәтләндереү комплексында МХО-ла батырҙарса һәләк булған Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов иҫтәлегенә милли йәйәнән уҡ атыу буйынса республика турниры үтте.
Сарала Сибай, Өфө ҡалаһы, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарынан барлығы 40-ҡа яҡын уҡсы көс һынашты.
Быйыл 4-се тапҡыр үткәрелгән турнир Ғәлинурҙың ата-әсәһе, яҡындары, туғандары ярҙамында һәм "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ҡатнашлығында үтте.
Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, грамоталар шулай уҡ тәүге өс урынға 5, 7, 10 мең һум күләмендә аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ уҡсылар Ғәлинурҙың яҡындары, туғандары ҡуйған махсус приздарҙы алып ҡыуанды.
Ир-егеттәр араһынан 1-се урынды 3-сө йыл рәттән беренселекте башҡаларға бирмәгән Бөрйән уҡсыһы Сынбулат Юлбирҙин яулаһа, 2-се урында Әбйәлилдән Нуриман Хәйруллин, 3-сөлә районыбыҙҙың мәргәне Салауат Юлбирҙин.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Белореттан Айгөл Ғәлиуллина иң мәргәне булһа, икенсе урынды Бөрйәндән Наилә Ишкилдина алды, өсөнсө урынға Учалынан Динә Вәлиева сыҡты.
Афарин уҡсылар, артабан да яңы еңеүҙәр яуларға яҙһын һеҙгә!
Был ярыш илебеҙ тыныслығы хаҡына һәләк булған ҡаһарман ауылдашыбыҙҙы онотмау билдәһе. Яугир яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеге мәңге хәтерҙә буласаҡ.
Булат ТИМЕРҒӘЛИЕВ фотолары.
Сығанаҡ: "Таң" гәзите.