Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2025, 12:05

Халыҡтың 60 процентына прививка яһарға кәрәк

Башҡортостанға тағы ла 403 меңдән ашыу грипҡа ҡаршы вакцина килтереләсәк.  

Халыҡтың 60 процентына  прививка яһарға кәрәкХалыҡтың 60 процентына  прививка яһарға кәрәк
Халыҡтың 60 процентына прививка яһарға кәрәк

 

Был хаҡта БР Хөкүмәтенең  оператив кәңәшмәһендә БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков хәбәр итте.

Ул коллектив иммунизация өсөн халыҡтың 60 процентына, йәғни 2,4 миллиондан ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка яһарға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Республикаға 2 миллионға яҡын вакцина – «Совигрипп», «Флю-м», «Ультрикс Квадри» препараттары килтерелгән дә инде. Ноябрь уртаһына ҡарата республикала 1,5 миллиондан ашыу кеше прививка яһатҡан.

Ауырлы ҡатындар, балалар, 60 йәштән өлкән ололар, хроник сирле кешеләр, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сауҙа, транспорт, коммуналь һәм социаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләүселәр, шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар мотлаҡ вакцина эшләтергә тейеш.

 

 

Фото:bgp4.brkmed.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас