Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2025, 11:35

Дәүләт хеҙмәттәре порталын әүҙем файҙаланалар

  Табипҡа яҙылыу, башҡарма производство барышы тураһында, ЕГРН- дан белешмә Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталынан иң популяр хеҙмәт күрһәтеү булып тора, тип хәбәр итте БР Хөкүмәтенең  оператив кәңәшмәһендә БР һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.     

Дәүләт хеҙмәттәре порталын әүҙем файҙаланаларДәүләт хеҙмәттәре порталын әүҙем файҙаланалар
Дәүләт хеҙмәттәре порталын әүҙем файҙаланалар

 

    Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 14 йәштән өлкәндәрҙең 75 проценттан ашыуы Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгән. Республика кредитҡа билдәләнгән тыйыуҙар һаны буйынса тәүгеләрҙән булып ҡала. Был халыҡтың юғары һанлы грамоталылыҡ кимәле тураһында һөйләй, тип билдәләне министр. Республика порталында Gosuslugi.bashkortostan.ru социаль, ер һәм төҙөлөш хеҙмәттәренә ихтыяж ҙур була. Был ер участкаһы биреүҙе алдан килешеү, ерҙе файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул итеү, торлаҡ йәки баҡса йортон төҙөү йәки реконструкциялау тураһында белдереү йүнәлеше. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса һанлы хеҙмәттәргә килгәндә, һуңғы йылдарҙа улар өсөн мөрәжәғәттәр өлөшө 16 проценттан 42 процентҡа тиклем артҡан. Иң күбе — айлыҡ социаль пособие һорап мөрәжәғәт итеү. Бөгөн республика порталында бөтәһе 237 электрон хеҙмәт һәм сервис, шул иҫәптән бизнес вәкилдәре өсөн 36 хеҙмәт бар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас