Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2025, 12:20

Бындай стела бер ауылда ла юҡ әле

Йылайыр районындағы  Кананикольский ауылына ингән урында  стела ҡуйылды.  

Бындай стела бер ауылда ла юҡ әлеБындай стела бер ауылда ла юҡ әле
Бындай стела бер ауылда ла юҡ әле

 

Арт- объект «Атайсал» проектында ҡатнашыусылар ярҙамы менән эшләнгән. “ Ул үҙенең матурлығы, зауыҡ менән эшләнелеүе  менән шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Был — халыҡтың үҙ көсө менән ауылдарын  үҙгәртеп ҡороуҙың күркәм миҫалы.  Ошондай  мөһим эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла: инициаторҙарға, бағыусыларға, халыҡҡа һәм был идеяны тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәргә рәхмәт белдерәм”, – ти Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

Тораҡ пунктына 1751 йылда Кананикольск баҡыр иретеү заводы эргәһендәге ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. Завод 1871 йылда ябыла, әммә ҡасаба әле лә бар. Ауылда Николай Чудотворецтың православие ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас