

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Терек» казак разведка бригадаһы һалдаты Максим Баль генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды.
Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендәбүләкләне. "Беҙҙең егеттәр Оборона министрлығының төрлө подразделениеларында һәм ирекле батальондарҙа хеҙмәт итә. Күптән түгел Мин яҡташыбыҙ Максим Балдың батырлығы тураһында белдем, ул батырлыҡ өлгөһө булып тора. Алғы һыҙыҡта яугир үҙ ғүмерен аямай яралыларҙы ҡотҡара һәм уларҙы һуғыш барған урындан сығара. Батырлығығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Яугир республика етәкселегенә һәм халҡына даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. "Республика етәкселегенә юғары награда өсөн рәхмәт белдерәм. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк филиалына, республикабыҙ халҡына ярҙамдары өсөн рәхмәт, — тине хәрби.