Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2025, 07:52

Батыр егетте ҡотлайбыҙ!

Ҡариҙел яугиры Кирилл Полежаев Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән!

Батыр егетте ҡотлайбыҙ!Батыр егетте ҡотлайбыҙ!
Батыр егетте ҡотлайбыҙ!

Уның ҡаһарманлығы урындағы халыҡты илһамландыра һәм барыбыҙ өсөн дә ысын патриотизм өлгөһө булып тора.

- Махсус хәрби операцияла Ватанды батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек менән яҡлаған Кирилл Полежаев ошо көндәрҙә "Батырлыҡ өсөн" миҙалы һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде, - тип яҙа Ҡариҙел районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. - Был наградалар шәхси батырлыҡтың ғына түгел, ә бөтә Ҡариҙел районы өсөн ғорурлыҡ символына әүерелде. Бындай геройҙарға дөйөм ярҙам һәм ихтирам йәмғиәтте берләштерә һәм барыбыҙға ла илебеҙҙе яҡлауҙың мөһимлеген иҫебеҙгә төшөрә. Хәрби хеҙмәткәр Кирилл Полежаев хәрби бурысын батырлыҡ менән үтәй һәм Ватанға намыҫ менән хеҙмәт итә. Быны уға тапшырылған Жуков, "Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн" миҙалдары, ғәскәр часы командирының Рәхмәт хаты, ә хәҙер тағы ла "Батырлыҡ өсөн" миҙалы һәм юғары дәүләт наградаһы - Батырлыҡ ордены раҫлай.

Үәт, исмаһам, батыр Кирилл! Күҙ теймәһен үҙенә! Еңеү менән иҫән-һау ғына йөроп ҡайтһындар инде яугирҙарыбыҙ!

Фото: https://karaidel.bashkortostan.ru/presscenter/news/767489/

Батыр егетте ҡотлайбыҙ!
Батыр егетте ҡотлайбыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас