

Лейтенант Рәмзил Риф улы Миңлеәхмәтов мотоуҡсылар батальонының хәрби – сәйәси эш буйынса рота командиры урынбаҫары була. Дүртөйлө ҡалаһында тыуған. 2018 йылдан Дүртөйлөләге зона эҙләү-ҡотҡарыу отрядында ҡотҡарыусы булып эшләй. 2021 йылда «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы водолазы» наградаһын ала. «Ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Фиҙакәрлек өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизациялана. 2024 йылға тиклем кесе сержант дәрәжәһендә элемтәсе булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың мартында Рәмзил Рифовичҡа лейтенант званиеһы бирелә. «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» , Жуков миҙалы, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
2025 йылдың 7 июнендә Курск өлкәһен нацистарҙан азат иткәндә батырҙарса һәләк була.
Хәтер мәңгелек!