Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2025, 10:00

Алма һеркәһе – сәләмәтлеккә юл

Алма һеркәһе – бик күп шифалы үҙенсәлеккә эйә булған файҙалы эсемлек. Уны йоҡлар алдынан эсеү сәләмәтлекте күпкә яҡшыртырға булышлыҡ итер.

Алма һеркәһе – сәләмәтлеккә юлАлма һеркәһе – сәләмәтлеккә юл
Алма һеркәһе – сәләмәтлеккә юл

 * Бер балғалаҡ алма һеркәһе менән бер балғалаҡ балды бер стакан таҙа йылы һыуға һалып бутарға һәм йоҡларҙан ярты сәғәт алда эсергә.  Был ашаған ташты эшкәртергә ярҙам итер.

 * Юғары ҡан баҫымы – йоҡоһоҙлоҡтоң төп сәбәптәренең береһе.   Йоҡлар алдынан 150 мл таҙа һыуға ике балғалаҡ алма һеркәһе ҡушып эскәндә, йоҡоһоҙлоҡ кеүек проблеманан ҡотолорһоғоҙ.  

 * Бер стакан һыу һәм бер балғалаҡ алма һеркәһе артыҡ кәүҙә ауырлығынан һәм көнө буйы ойоп йөрөүҙән арынырға ярҙам итер.

 * Ашҡаҙандың юғары кислоталылығын дауалау өсөн йоҡларҙан бер сәғәт алда бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ алма һеркәһе ҡушып эсегеҙ. Әйткәндәй, ул ашҡаҙан ауырытыуын да баҫырға ярҙам итә.

 * Ярты стакан йылы һыу менән бер балғалаҡ алма һеркәһе сиҡылдауҙы баҫа.

 * Алма һеркәһе көслө бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Тап шуға күрә тамаҡ ауыртыуын тиҙ бөтөрә.

 * Йоҡларҙан бер сәғәт алда һәм йоҡларға ятыр алдынан 100 мл йылы һыуға бер балғалаҡ алма һеркәһе ҡушып эсергә. 

 * Алма һеркәһе калийға бай, ул аяҡтың ауыртыуын баҫырға мөмкин. Сөнки йыш ҡына бындай ауыртыуҙарҙың сәбәбе организмда калий етмәүенән була. Шуға күрә йоҡлар алдынан бер стакан йылы һыуға ике балғалаҡ алма һеркәһе ҡушып эсегеҙ. Бер нисә төндән һуң ауыртыу үтер.

 * Алма һеркәһе менән аллергияға ла ҡаршы көрәшеп була. Бының өсөн бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ алма һеркәһе ҡушып, йоҡларҙан бер сәғәт алда эсергә кәңәш ителә.

 * Алма һеркәһе ауыҙҙан насар тәм һәм еҫ барлыҡҡа килтереүсе бактерияларҙан ҡотолорға ярҙам итә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас