Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноября 2025, 11:00

Ноябрҙең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Белгестәр фаразына күҙ һалайыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ноябрҙең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?Ноябрҙең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?
Ноябрҙең икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

16, 17 ноябрҙә көндөҙ термометр бағанаһы минуста була. Урыны менән -2, -4 градус тирәһе күрһәтә. 

Унан һуң инде башлана “һикереш”: ике көн йылыраҡ, ике көн һалҡынса, тигәндәй. 23 йәки 24 ноябрҙә ҡапыл ғына һыуыта. 26 һәм 27-һендә тағы йылытыңҡырай, тиҙәр.

Айҙың һуңғы өс көнө арыу ғына һыуытасаҡ. Ни тиһәң дә, декабргә, ҡышҡа, бер аҙым. 

Кәңәш: йылы кейенеп йөрөгөҙ, юлдар тайғаҡлана - һаҡ булығыҙ! 

Фото: автор фотоһы.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова